ЙЫЛ ГӘЗИТ УҠЫУСЫҺЫ! 80 йылға тиң дуҫлыҡ25.12.2018
Ғафури районының Красноусол ҡасабаһы аҡһаҡалы Вилдан Шәрипов – “Башҡортостан” гәзитенең иң тоғро һәм оло уҡыусыларының береһе.

– Гәзиткә тәү башлап 1938 йылда яҙылғайным, шунан алып төп милли баҫмабыҙҙан айырылғаным юҡ тиһәм дә, хата булмаҫ, 1942–1943 йылдарҙа яу ҡырында йөрөгәнемдә генә уҡый алманым, – ти 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.


Оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгәндә, колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарғанда ваҡытлы матбуғат уның тоғро юлдашы, рухи сығанағы була.

Данлыҡлы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫеп, шунда урта мәктәп тамамлаған Вилдан Шәрипов бала саҡтан шиғыр яҙыуға әүәҫ була. Хеҙмәт йылдарында төрлө баҫмаларҙа мәҡәләләр менән сығыш яһай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа ныҡлап тотона һәм үҙнәшер юлы менән 19 китап баҫтырып сығара. Дүрт тапҡыр райондың “Табын” гәзитенең лауреаты булып таныла. “Һәр ваҡыт намыҫым ҡушҡанса йәшәнем. Эштең еңелен һайламаным”, – ти һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.

Вилдан Әйүп улы хәләл ефете Хәфизә Сәхәүетдин ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары һәм ҡыҙҙары күптән инде үҙҙәре олатай-өләсәй булыу шатлығы кисереп, гөрләтеп донъя көтә. Бөгөн Вилдан олатай менән Хәфизә инәй Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бирелгән сертификатҡа Красноусол ҡасабаһынан бөтә уңайлыҡтары булған фатир алып, яҡты, ҡотло донъяларында пар күгәрсендәй гөрләшеп ғүмер итә. Киләһе йыл улар бергә йәшәүҙәренең 75 йыллығын – таж туйын – билдәләргә йыйына.

– “Башҡортостан” гәзитенең иң оло уҡыусыларының береһе булараҡ, милли баҫмаға оҙон ғүмер, тоғро дуҫтарының күп булыуын теләйем, – ти Вилдан Әйүп улы.


Вернуться назад