Балалар баҡсаһына сабыйҙарын алып килгән ата-әсәне ишек төбөндә көләс йөҙлө тәрбиәсенең “Хәйерле иртә!”, “Рәхим итегеҙ!” тип әйҙүкләп тороуы көн буйына етерлек яҡшы кәйеф өҫтәй, төрлө ҡаршылыҡлы уйҙарҙы таратыуға булышлыҡ итә. Минеңсә, үҙенең хәл-торошо ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, тәрбиәсе ата-әсәләрҙе лә, ҡыҙ һәм малайҙарҙы ла май ҡояшылай ихлас йылмайып ҡаршы алырға тейеш.
2018 йылда тәрбиәселәр араһында ойошторолған конкурста республикабыҙҙың 51 ҡала һәм районынан оҫталар ҡатнашты. Бәйге өс өлөшкә бүлеп үткәрелде. Тәүгеһе – интернет-ресурс (ситтән тороп ҡатнашыу), сираттағыһы “Балалар менән педагогик сара һәм уны анализлау” тип аталды, ә инде өсөнсөһөндә “Педагогик табыш”, “Оҫталыҡ дәресе”, “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү”ҙә һәр бәйгесегә үҙен танытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелде.
Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 77-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Мария Заплохова абсолют еңеүсе тип табылды.