Халыҡ-ара уҡыу көнө айҡанлы Силәбе ҡалаһындағы Ш. Бабич исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре 156-сы балалар баҡсаһының өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрен башҡорт телендәге китаптар менән таныштырҙы. Бынан тыш, кескәйҙәр өсөн бай ғына байрам программаһы тәҡдим ителде.
Китапхана мөдире Көнһылыу Әйүпова балаларҙы барлыҡ бүлексәләр буйлап алып йөрөнө. Тәү сиратта былтыр асылған балалар әҙәбиәте бүлексәһе күрһәтелде. Матур, сағыу тышлы баҫмаларҙы ҡулына тотоп ҡарағас, буласаҡ уҡыусыларҙың йөҙөнә нур өҫтәлгәндәй тойолдо.
Артабан улар милли мәҙәниәтте һәм көнкүреште һынландырған музейға инде, ундағы тирмәләргә күҙ һалды, башҡорт кейемдәрен кейеп ҡараны. Ошонда уҡ балаларға әкиәт уҡынылар,ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм күңелле уйындар менән кинәндерҙеләр.
Хушлашҡанда Көнһылыу Әйүпова китапхана етәкселеге һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы исеменән балаларға бүләккә китаптар өләште. Шул уҡ ваҡытта ул әлеге китапханала башҡорт телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнеү мөмкинлеге барлығын белдерҙе. Күңелле һәм фәһемле осрашыуҙан йөҙҙәре яҡтырған кескәйҙәр өлкәндәргә байрам өсөн рәхмәт әйтте һәм тағы ла килергә вәғәҙә бирҙе.
– Ошондай акциялар ярҙамында йәш быуынды әҙәбиәткә нығыраҡ йәлеп итеү, уларҙа уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү, үҙебеҙҙең яҙыусылар менән таныштырыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ, – ти китапхана мөдире. – Быйыл балалар баҡсалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Башҡорт яҙыусыларының, мәҫәлән, Динә Талхинаның, китаптары кескәйҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Тимур Рәхмәтуллин