ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ! Һәр кемдең маҡсаты булһын25.12.2018
Үҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсенең генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар. Ошо маҡтаулы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә тейешһең, белемле булыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Йыл уҡытыусыһы республика конкурсы йылдан-йыл киң ҡолас йәйә бара. Мәҫәлән, быйыл бәйгелә Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһынан инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина еңеүсе тип табылды. Хәйер, Эмма Эдуард ҡыҙының исеме күп­тәргә таныш. Ни өсөнмө? Сәбәбе ябай, ул һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ярыш­тарҙа үҙен һынап ҡарай, улай ғына ла түгел, уҡыусыларын да күпләп йәлеп итә.

Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе асыҡлау еңелдән булманы. “Оҫтаны табыу тау аҡтарып алтын эҙләүгә тиң ине” тип әйтеүҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.

– Беренсенән, уҡыусыларыма рәхмәтем сикһеҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты бәйгелә еңеүсе. – Фекерҙәштәрем һәр төрлө ярҙамдан өҙмәне, бары тик улар ярҙамында ошондай юғары үрҙәр яуланым. Ҡайһы саҡта кескәй генә нәмәнән дә кинәнес табаһың, уларҙың янымда булыуы – үҙе ҙур бәхет.


Вернуться назад