ЙЫЛ ҒАИЛӘҺЕ! Йолаларға тоғролар Учалыла йәшәй25.12.2018
Быйыл Рәсәй Хеҙмәт министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан иғлан ителгән Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе-2018” конкурсында илдең 85 төбәгенән 329 ғаилә ҡатнашты. Мәртәбәле бәйгенең “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында Учалы районынан Исхаҡовтар еңеүсе тип табылды.

Гөлнур менән Илдар Исхаҡовтар ғаиләһендә өс бөркөт ҡанат нығыта. Исмә­ғил II класта уҡый, Бәх­тийәргә биш йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң бәләкәстәре Мортазаға йәш тә туғыҙ ай ғына әле.

Илдар Иршат улы ҡаланың 10-сы мәктәбендә физкультуранан уҡыта, шулай уҡ Балалар ижад йортонда традицион уҡ атыу түңәрәген етәкләй. Ата-бабала­рыбыҙҙан ҡалған был спорт төрөн тергеҙеүселәрҙең һәм таратыусыларҙың береһе ул. Уның тәрбиәләнеүселәре, бихисап халыҡ-ара һәм төбәк ярыштарында ҡатнашып, еңеү яулай. Исмәғил менән Бәхтийәр ҙә, атайҙарынан күреп, уҡ атырға оҫтарып алған.

Гөлнур Зиннур ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында педиатр булып эшләй, ул да сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итә, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йүгереү менән шөғөлләнә, оҫта бейей, мандолинала уйнай.

Быйыл яҙ Исхаҡовтар, “Матур ғаилә – ил ҡото” конкурсының муниципаль бәйгеһендә Гран-при яулап, республика кимәленә сыға. Милли кейемдә йырлап-бейеп, ғаилә традицияларын күрһәтеп, һорауҙарға дөрөҫ һәм аныҡ итеп яуап бирә улар. Хужабикә әҙерләгән аш-һыу ҙа бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һуңынан үҙҙәре тураһында тулы портфолио йыйып, Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә була Исхаҡовтар.

Илебеҙҙең бөтә яҡтан да иң өлгөлө ғаиләләрен тәбрикләү тантанаһы ноябрь айында Мәскәүҙә уҙа. Исхаҡовтар “Йыл ғаиләһе-2018” почет кенәгәһенә индерелә һәм уларға Президент Владимир Путиндан Ҡотлау хаты тапшырыла. Шулай уҡ еңеүсе ғаиләләр өсөн баш ҡалабыҙ буйлап экскурсия ойошторола.


Вернуться назад