Өлкә башҡорттары ҡоролтайы һәм Копейск ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан ойошторолған Башҡорт мәҙәниәте көндәре бик күп кешегә милли мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Музейҙа ҡуйылған күргәҙмәне бер аҙна эсендә 750-нән ашыу кеше ҡараны. Уларҙы боронғо башҡорт кейемдәре һәм көнкүреш әйберҙәре генә түгел, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлгөләре лә ҡыҙыҡһындырҙы.
Өлкә ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Наил Шәйҙуллин, проектты ойоштороусыларҙы Башҡорт мәҙәниәте көндәренең уңышлы үтеүе менән ҡотлап, музей хеҙмәткәрҙәренә төбәк башҡорттарының ижтимағи берекмәһе етәксеһе Морис Йосопов исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, артабанғы эштәрендә уңыштар теләне. Копейск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәмилә Аҫабаеваның тырышлығы хаҡында айырым телгә алынды.
Ҡала халҡы өсөн ҙур әһәмиәтле мәҙәни сараны үткәреүгә тос өлөш индергән уҡытыусылар менән уҡыусылар ҙа тәбрикләнде. Башҡорт ҡоролтайының Маҡтау грамоталарын алыусылар араһында 2-се балалар сәнғәт мәктәбе, 1-се урта мәктәп коллективтары бар ине.
Башҡорт мәҙәниәте көндәрен ябыу тантанаһында Силәбенең «Нур» халыҡ уйын ҡоралдары, Копейск ҡалаһының «Аҫылташ» фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. 1-се урта мәктәп уҡыусылары башҡорттарҙың туй йолаһы хаҡында һөйләгәс, ҡала мәсетенең имам-хатибы Фәрит Тажетдинов ҡатнашлығында никах уҡытыуҙы сәхнәләштереп күрһәттеләр.
– Байрамға йыйылған халыҡ беҙҙең тарихи, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, көнкүрешебеҙ тураһында бик бай мәғлүмәт алды. Күптәр башҡорт мәҙәниәтен артабан үҙаллы өйрәнергә теләүен белдерҙе, – ти урындағы ҡоролтай ағзаһы Динә Нафиҡова.
Тимур Рәхмәтуллин