ЙЫЛ ШИФАХАНАҺЫ! Ҡайһы бер дауалау төрҙәре илдә юҡ!25.12.2018
Башҡортостан төрлө дауалау алымдарына бай шифаханалары менән дан тота. Шуларҙың береһе, баш ҡалабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш биләмәһендә, урман паркы зонаһында урынлашҡан “Йәйғор”, күптәргә таныштыр.

Шифахана һауыҡ­тырыу процедуралары үткәреү өсөн кәрәкле заманса ҡорамалдар ме­нән йыһазлан­дырылған, унда тренажер залы, сауна, бассейн эшләй. Күп профилле дауалау һәм медицина хеҙмәттәре күрһәткән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төрлө йәштәге пациенттарҙы ҡабул итергә һәм һәр кемгә үҙ программаһын һайларға әҙер. Айырыуса тәбиғи дауалау алымдарына ҙур урын бирелә. Ләм менән дауалау, минераль һыулы ванналар, озон терапияһы, стоматология бүлексәһе, косметология кабинеты һәм башҡа медицина хеҙмәттәре – барыһы ла ял итеүселәр ҡарамағында. Ҡышын саңғы һәм конькиҙа шыуырға, велоспорт, теннис менән шөғөлләнергә мөмкин. “Ҡайһы бер ҡорамалдар һәм дауалар беҙҙең республика өсөн дә бик үҙенсәлекле, был заманса технологияларҙан бары беҙҙең шифаханала ғына файҙаланып була”, – ти табиптар.

Ял итеүселәрҙең фекеренсә, башҡа шифаханалар менән сағыштырғанда, юллама хаҡтары артыҡ “тешләшмәй”, процедуралар ифрат күп, үтеп кенә өлгөр.

Терәк-хәрәкәтләнеү аппараты, тын алыу органдары, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, тире, ашҡаҙан-эсәк, матдәләр алмашыныуы сирҙәре менән яфаланған пациенттар өсөн шифахананың ишектәре һәр саҡ асыҡ. Һеҙҙе иғтибарлы, үҙ эшен яратып башҡарған табиптар һәм шәфҡәт туташтары ҡаршы аласаҡ.

– Бында өсөнсө тапҡыр ял итәм. Тап ошонда дауаланыу миңә иҫ киткес оҡшай. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ табиптарға, – ти танышыбыҙ Радик Исмәғилев тә. – Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!


Вернуться назад