...Ҡаты сирле булып тыуған, бер йәше лә тулмаған Тимурҙан ата-әсәһе баш тартырға уйлағас, Зарина Фәнил ҡыҙы уларҙың күңеленә нисек асҡыс табыу тураһында оҙаҡ уйланды. Педагог һәм психологтар ярҙамы менән күңелһеҙ хәл кисектерелде, әммә һөҙөмтә нисек булыр, сабыйҙы аяҡҡа баҫтырып, ғаиләле, атай-әсәйле итеп үҫтереп булырмы?
Өс йыл буйы көсөргәнешле дауалау, белгестәрҙең күңел йылыһы бушҡа китмәне – өс йәшлек Тимур хәҙер ғаилә ҡосағында. Өфө махсуслаштырылған бала йортонда педиатр булып эшләү дәүерендә Зарина Фәнил ҡыҙына ошоға оҡшаш, уйландырырлыҡ ваҡиғалар аҙ осраманы. 126 сабый – 126 тетрәндергес яҙмыш. Уның ҡарамағында – ВИЧ-инфекциялы, көн дә даими ярҙамға, хәстәрләүгә, дауалауға мохтаж сабыйҙар.
– Ауыр яҙмышлы, ҡаты сирле сабыйҙар менән эшләү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Зарина Фәнил ҡыҙы кеүек бөтә йөрәген биреп, тәүлек әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ кескәйҙәрҙе хәстәрләгән табиптарға таянабыҙ, – ти баш табип урынбаҫары Виктория Костырева.
Зарина Зәйҙуллина быйыл республиканың “Иң яҡшы табип-педиатры” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.