ЙЫЛ ДАУАХАНАҺЫ! Хеҙмәте сифат билдәһенә лайыҡ25.12.2018
Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы – балаларға” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштора. Быйыл республикабыҙҙың Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһы кон­курста еңеүсе булды, уға диплом һәм сифат билдәһе тапшырылды.

Абруйлы конкурста коммерцияға ҡарамаған 175 ойошма ҡатнашты, шуларҙың 103-ө, эксперттар һайлауын үтеп, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Иң яҡшыһы – балаларға” тип аталған продукцияны, хеҙмәттәрҙе һәм инфраструктураны ирекле сертификатлау системаһында ыңғай баһа алды. Уларҙың бөтәһе лә “Иң яҡшыһы – балаларға” сифат билдәһен ике йыл файҙаланыу хоҡуғына эйә.


Вернуться назад