26 ауыл урамы яҡтыртылды24.12.2018
Башҡортостан ауылдарына яҡтыртҡыстар ҡуйыу эше тамамланып килә. Әле урамдарында бөтөнләй яҡтылыҡ булмаған 26 ауылда 1593 диодлы шәм ҡуйылған. Монтажлауҙы муниципалитеттар ойошторған, лампаларҙы иһә бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә һатып алғандар. Тиҙҙән тағы ла 20 биләмәлә 632 яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев ошо турала хәбәр итте.

Шулай уҡ төҙөк булмаған 8,5 мең яҡтыртҡыс йүнәтелгән. Мәктәп эргәһендәге биләмәләргә 500 метр радиуста 370 шәм ҡуйылған. Нефтекама, Күмертау ҡалаларында, Әлшәй, Ейәнсура, Бөрө райондарында мәктәпкә илткән юлдар тулыһынса яҡтыртылған. Был эште киләсәктә лә дауам итеү күҙаллана.


Фото:


Вернуться назад