Иң хәүефле биҫтә ҡайҙа?24.12.2018
Өфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһе бер нисә күрһәткес буйынса иң хәүефле тип танылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Ул былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырып, ноябрь айына Башҡортостанда енәйәтселеккә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

— Дөйөм алғанда енәйәттәр һаны кәмегән — был бик яҡшы. Шул уҡ ваҡытта был күрһәткес арта төшкән биләмәләр ҙә бар. Улар — Өфөнөң Инорс биҫтәһе, Межгорье ҡалаһы, Баймаҡ, Балаҡатай, Нуриман райондары, — тине Радий Хәбиров. — Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы енәйәттәр артҡан.


Бынан тыш, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә үлтереүҙәр күләме 100, Октябрь районында — 16, Совет районында — 75, Күмертауҙа — 33, Салауатта — 28, Благовещенда 100 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта Туймазыла был күрһәткестең 55, Мәләүездә 28 процентҡа түбәнәйеүе күҙәтелә.

— Хәл ҡатмарлы булған муниципалитеттарҙы кисекмәҫтән асыҡларға кәрәк. Кешеләр урамдар, скверҙар буйлап ҡурмайынса йөрөргә тейеш, — тине төбәк етәксеһе.



Вернуться назад