Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Ул – Марат Фидай улы Әхмәҙуллин. Быға тиклем ул “Башгражданстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Өфө ҡала Советы депутаты ине.
Коллектив менән яңы етәксене Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Рәйеф Абдрахимов таныштырҙы.
Дәүләт комитетының элекке етәксеһе Григорий Невоструев ведомствола беренсе урынбаҫар булып ҡалды.