Бөгөн Өфөлә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәренең үле кәүҙәһе табылған. Был мәғлүмәтте Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә дәлилләнеләр.
“Әлеге ваҡытта хәлдең сәбәптәре асыҡлана”, – тинеләр ведомствола.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Әйткәндәй, был хәүефһеҙлек һағында тороусыларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барған тәүге осрағы түгел. Ноябрь башында Кушнаренко районында эшләгән полицейский, шулай уҡ Учалы районынан тәүтикшереүсе ғүмерҙәрен ҡыйғайны. Ә 3 декабрь Красная Горка ауылында шәхси хужалыҡта Нуриман районы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең кәүҙәһе табылғайны.