Башҡортостандан Соликамсктағы шахтала вафат булған эшселәрҙең ғаиләләренә 8-шәр миллион һум аҡса түләнәсәк. Уларҙың 1 миллион һумын төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡарары буйынса - республика, тағы 1 миллион һумын - Социаль страховкалау фонды, 2 миллион һумды “30-сы төҙөлөш идаралығы”, 3 миллион һумды “Уралкалий” ойошмаһы түләйәсәк. Пермь крайы хакимиәте шулай уҡ 1-шәр миллион һум бүләсәк.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов әйтеүенсә, вафат булғандарҙың ғаиләләре әле Соликамскка киткән. Улар менән бергә медиктар, психологтар, Өфө һәм Белорет ҡалаларының хакимиәт хеҙмәткәрҙәре юлланған.
“Уларға бар яҡлап та медицина ярҙамы күрһәтелә, беҙ улар менән даими бәйләнештә, бәлиғ булмаған балалары айырым контролдә. Шулай уҡ балаларға ай һайын аталарының айлыҡ эш хаҡына торошло пособие түләнәсәк”, – тине Ринат Бәширов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров вафат булған эшселәрҙәң ғаиләләре һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Өфө һәм Белорет ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтарына ерләүҙе ойошторорға һәм даими рәүештә балаларына ярҙам итергә ҡушты.
“Алты бала атайһыҙ ҡалды, уларҙың дүртәүһе – үҫмерҙәр, иң бәләкәйенә өс кенә йәш. Улар барыһы ла беҙҙең балалар, һеҙ уларға ғүмер буйы ярҙам итергә тейеш”, – тине ул.