Радий Хәбиров экология министрын шелтәләне24.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллинды карьерҙарға бәйле мәсьәләне хәл итмәгән өсөн шелтәләне.

Күптән түгел республика етәксеһе ошо өлкәләге хәлде яйға һалыу бурысын ҡуйғайны. Мирхәйҙәр Фәтхуллин кәңәшмәлә башҡарылған эш тураһында доклад тәҡдим итте. Радий Хәбиров унда аныҡ ҡарарҙарҙың булмауын белдерҙе.

— Докладығыҙҙың аҙағында “Бына шундай хәлдәр...” тип әйтеп, илап ебәрергә генә ҡалды. Мин ҡушҡанды үтәү түгел, һеҙ был эшкә тотонмағанһығыҙ ҙа. Саралар күреү өсөн ай ярым ваҡыт аҙ түгел. Алдығыҙға аныҡ бурыс ҡуйҙым. Ә хәл әле булһа үҙгәрмәгән. Баймаҡ районындағы 20 — 30, тағы ла Белореттағы бер нисә карьер проблемаһын хәл итеү ҡыйын түгел. Шартлы әйткәндә, бер төркөм, хатта ҙур бизнес та түгел, власҡа ҡаршы тора. Ошо күрһәтмәне лә үтәй алмағас, башҡа эште нисек башҡарырһығыҙ? Урманға бәйле бурыстар ҡуйҙым. Был өлкәлә хәл бөтөнләй башҡаса. Мәсьәләне көйләү ҙә еңел түгел, аҡса ла ҙурыраҡ, ҡатнашыусылары ла эрерәк. Ә һеҙ ошо ябай мәсьәләне лә хәл итә алмайһығыҙ. Беҙҙә йәш һалдат курсы үткәрмәйҙәр. Был һеҙгә, йәш министр булараҡ, һынау ине. Һөҙөмтәле, яуаплы партнер булыуығыҙҙы теләйем, — тине төбәк етәксеһе. — Февраль уртаһына һеҙҙән аныҡ ғәмәлдәр көтәм. Лицензия биреүҙе туҡтатығыҙ, карьерҙарҙы эшкәртеүселәрҙең үҙидара ойошмаһын төҙөгөҙ, кәрәк икән, шунда йәшәгеҙ.


Радий Хәбиров Баймаҡ районының яңы хакимиәт башлығына хәлгә әүҙем ҡушылырға, өлкәне тәртипкә килтергәнсә, карьерҙарҙы ябырға, рекультивация үткәрергә ҡушты.





Вернуться назад