Ҡала автобустары ниндәй төҫтә булыр?24.12.2018
Ошо көндәрҙә “Башавтотранс” автобустарының яңы дизайны һайланды.

Тауыш биреүҙә 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Йәмғеһе туғыҙ вариант тәҡдим ителде. Дизайн Мәскәүҙең Генплан институты менән берлектә Башҡортостан флагы төҫтәрен иҫәпкә алып эшләнде.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, автобустар республика флагы төҫөндә буласаҡ. 2019 йыл аҙағына тиклем бөтә күсмә состав берҙәм стилдә биҙәлергә тейеш. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле төбәктә 1 550 берәмек транспорт пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. Шуларҙың 310-ы – “Башавтотранс”тың юғары класлы автобустары, 2 050 автобус – шәхси ойошмаларҙыҡы.





Вернуться назад