Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ЮХХДИ-ға яңы йыл байрамы осоронда юлда ныҡлы контроль тәьмин итергә ҡушты.
– Ҡайһы берәүҙәрҙең эскән килеш рулгә ултырыуы ихтимал, шуға күрә фажигәләргә юл ҡуймау өсөн юлда етди контроль булдырыу шарт, – тине ул.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был талап бөтә ведомстволарға ла ҡағыла. Юл фажиғәләрен иҫкәртеү, халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу йәһәтенән сара күрергә кәрәк.