Кем һин, ауыл китапханасыһы?24.12.2018
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһы 25 йыллығын билдәләне. Мөһим дата айҡанлы, халыҡҡа буласаҡ һайлауҙар тураһында мәғлүмәт биреү һәм һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса Саҡмағош үҙәк биләмә-ара китапханаһының бик ҙур эш алып барыуын билдәләге килә.

Уйлап ҡараһаң, район китапханаларында һайлау кампанияларының проблемаларына һәм уңыштарына арналған күпме сара, осрашыуҙар үткәрелгән! Һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттырыу, эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса ойошторолған республика конкурстарында район китапханаһы I һәм II дәрәжәле дипломдарға лайыҡ булды. Юбилей алдынан донъя күргән “Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы вестнигы” журналында Саҡмағош китапханасыларының лекторлыҡ һәм агитаторлыҡ һәләттәренә лә ҙур баһа бирелде.




Вернуться назад