Ҡыш көнө ... йәйғор!24.12.2018
22 декабрҙә – Ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә иртәнге күктә Өфө халҡы ғәҙәти булмаған хәлде күҙәтә алды.

“Таңғы алтыла мин ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә шаһит булдым! Өфө өҫтөндә төньяҡ балҡышы ине! Моғайын был хәлдең ғилми аңлатмаһы барҙыр, әммә минең өсөн был ҙур билдә булды: беҙҙең тормошта барыһы ла мөмкин”, – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә йәшәгән Татьяна Богомазова.


Төньяҡ балҡышы тип гало тип аталған оптик күренеште атайҙар. Ул боҙ кристалына төшкән ҡояш нуры һынып сағылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡышҡы йәйғор барлыҡҡа килһен өсөн – сағыу ҡояш, ныҡ һыуыҡ һәм юғары дымлылыҡ кәрәк.

Халыҡ һынамыштарына ярашлы, ҡыш көнө йәйғор сыҡһа, һыуыҡ һәм ҡарлы көндәр киләсәк.




Вернуться назад