Сергей Доренко ла башҡортса һөйләшә башланы24.12.2018
Сергей Доренко ла башҡортса һөйләшә башланыЖурналист Сергей Доренко, башҡа күренекле ватандаштарыбыҙ артынса, башҡортса һөйләшә башланы. Ошо рәүешле ул Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды.

“Төҙөлөш өсөн финанс йәлеп итеүҙе туҡтатырға кәрәк. Заманса ҡараш булдырмай тороп, алданған өлөшсөләр мәсьәләһен ыңғай хәл итеп булмаясаҡ. Был турала Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында белдерҙе. Бөгөн тармаҡ алдында 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы тора. Граждандарҙан төҙөлөш өсөн финанс йәлеп итеү ысулын туҡтатырға кәрәк, тине дәүләт башлығы. Башҡортостанда алданған өлөшсөләр реестрында 7300-ләп кеше иҫәптә тора”, – тине ул видеояҙмала.



Вернуться назад