Водитель булғың килһә...24.12.2018
Иртәгә баш ҡаланың Максим Горький урамындағы 51-се йорттоң күп кимәлле парковкаһының беренсе ҡатында “ПСК-6 Машиналар паркы” Балалар хәүефһеҙ юл хәрәкәте үҙәге асыла.

1500 квадрат метрлыҡ майҙанда светофорҙары, юл билдәләре һәм электромобилдәре булған ҙур автоҡала урынлашҡан. Бында һәр бала үҙен “Ашығыс ярҙам”, ДПС хеҙмәткәре, автомобиль шоферы сифатында һанап ҡарай ала.

Йәш водитель руль артына ултырыр алдынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы ҡулынан махсус таныҡлыҡ аласаҡ, уҡыу үтәсәк. Шулай уҡ үҙәктә ретро автомобилдәр музейы, хәрби-патриотик тәрбиә мөйөшө эшләйәсәк.




Вернуться назад