Балаҡатайҙар быуаны тергеҙә24.12.2018
Балаҡатай районының Соҡалы ҡасабаһы янындағы быуаны тергеҙеү буйынса эш башланды.

Һыу ятҡылығы Башҡортостандың Гидротехник ҡорамалдарҙы файҙаланыу идаралығы ҡарамағына инә. Быуаны “Астро-групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте реконструкциялай. Төп эш киләһе йыл ташҡындан һуң башланасаҡ.

Был яңылыҡ район халҡын бик ҡыуандырҙы. Күптәр яңыртылған быуа яратҡан ял итеү урынына әүерелер, тип өмөтләнә.





Вернуться назад