“Рәхәтләнеп ҡайтабыҙ, сумкаларҙан ял итеп”24.12.2018
Хәйбулла районының 2-се мәктәп уҡыусылары Яңы йыл алдынан өр-яңы автобус алып ҡыуанды. Көнөнә ике тапҡыр Аҡьяр — Садовый маршруты буйынса йөрөгән водитель Самат Солтановтың да ҡыуанысы балаларҙыҡынан кәм түгел. “Иң мөһиме, автобус барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Портфелдәрҙе һалыу өсөн дә айырым урын ҡаралған. Яңы автобусты йөрөтөүе үҙе бер кинәнес”, — ти ул.

Ә бына балалар шау-гөр килеп автобустарға кереп, “һә” тигәнсе арҡаларындағы “ауыр йөк”тән бушанып, сумкаларын махсус урынға урынлаштырып, үҙ-ара бүлешкән урындарына ултырып, тиҙ генә хәүефһеҙлек ҡайышын тағырға күнегеп тә алған. Ни тиһәң дә, уңайлыҡтар кемгә оҡшамаһын?!

Әйткәндәй, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һуңғы көндәрҙә бөтәһе туғыҙ автобус менән тулыланды.




Вернуться назад