Шул тиклем дә оҙон кеше булыр икән!24.12.2018
— Һинме Роза Аҡкучукова?

Башымды күтәреп ҡараһам, алдымда күккә олғашҡан оҙон ҡуйы тулҡын сәсле ир-егет тора. "Шул тиклем дә оҙон кеше була икән", — тип эстән уйлап ҡуйҙым шул саҡта. Үҙем аптырауымды еңеп: "Эйе, мин", — тип өндәштем... Ана шулай хәтерләй Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Роза Аккучукова үҙенең йәшлек йылдарын.

“...Филармонияға яңы эшкә килгән Бағанай — Фәрит Шәйхетдинов минең менән шулай килеп танышты. Ул саҡта минең иң популяр, халыҡ араһында танылыу яулаған осором. Эшкә яңы төшкән йәш әртис мине ныҡ күргеһе килеп, ана шулай килеп тапты. Яҙмыш ҡауыштырҙы беҙҙе...

Һуңғараҡ дуҫлашып йөрөнөк, аҙаҡ өйләнештек... Мөхәббәт емешебеҙ — улыбыҙ Руслан тыуҙы. Тормош иптәшем Фәрит Ғилметдин улы менән беҙ ҡыҙыҡлы проекттар эшләнек, күп гастролдәрҙә йөрөнөк... Матур ғүмер юлы кисерҙек... Йәл ейәндәрен күреп өлгөрмәне...

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек тиҙ генә үтә лә китә шул, ҡәҙерҙәрен белегеҙ”, — ти Белорет һандуғасы Роза Аҡкучукова.


Вернуться назад