Люся миллион һум аҡса тапҡан24.12.2018
Люся ҡушаматлы эт миллион һум аҡса тапҡан. Әлбиттә, урамда түгел инде, ә Өфө аэропортындағы бер пассажирҙың сумкаһында.

Мәғлүм булыуынса, сик аша ун мең долларҙан күберәк алып сығырға рөхсәт ителмәй. Ә пассажирҙың аҡсаһы 456 меңгә артыҡ булған.

Ғәйепләнеүсе быны таможня талабын белмәүе менән аңлатырға тырыша. Бының өсөн уға шаҡтай штраф һалынсаҡ, хатта аҡсаһын конфискациялауҙары ла ихтимал.

Бельгия овчаркаһы тоҡомонан булған бер йәшлек Люся Башҡортостан таможняһында — иң йәше. Ул аҡса "һөнәре" буйынса махсуслашҡан. Өс ай эсендә был уның икенсе табышы.



Вернуться назад