Төп байрамды беләбеҙме?24.12.2018
Бөгөн – Башҡортостан Конституцияһы көнө, уның ҡабул ителеүенә 25 йыл. Республиканың төп документы барлыҡ хоҡуҡ системаһы өсөн нигеҙ ташы булып тора. Ул ҡабул ителгәндән алып йәмғиәтебеҙҙәге демократик үҙгәрештәрҙе беркеткән, Федератив Рәсәй составында Башҡортостандың дәүләтселеген нығытҡан, төбәктә йәшәгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлаған үҫеш йүнәлештәре билдәләнде.

Башҡортостан Конституцияһы республикала демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Демократик власть институттары һәм граждандар йәмғиәте: парламент — Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойошторола. Конституцияны ҡабул итеү менән күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек институттар барлыҡҡа килә. Республикала мировой судьялар ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.

25 йыл эсендә Башҡортостан Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның төп нигеҙҙәре һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, Рәсәй һәм Башҡортостан вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.


Вернуться назад