Һәләк булған шахтерҙарҙың исемдәре асыҡланды...23.12.2018
Пермь крайының Соликамск ҡалаһындағы “Уралкалий” шахтаһында һәләк булыусыларҙың исемлеге асыҡланды. Янғында Башҡортостандан да өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Улар — Белорет ҡалаһынан 41 йәшлек Сергей Игнатенко һәм Өфөнән 57 йәшлек Сергей Томшин менән 38 йәшлек Антон Абрамов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Пермь крайының Соликамск ҡалаһындағы шахтала авария кисә теркәлде. 350 метр тәрәнлектә янғын сыға. Был ваҡытта унда 17 таусы эшләгән була. Һигеҙ кеше сығып өлгөрә, ҡалғандарын ҡотҡара алмайҙар.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров аварияла зыян күреүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәге тураһында белдерҙе. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә: "Беҙ Пермь крайы губернаторы менән бәйләнештә торабыҙ. Нимә генә булһа ла, республиканан зыян күреүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ ", - тип яҙған.


Вернуться назад