“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...23.12.2018
Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға булды. Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Арҡайым. Быуаттар аша ҡараш” тигән бик мауыҡтырғыс күргәҙмә асылды.

Билдәле булыуынса, Арҡайым ҡаласағы 1987 йылдан алып билдәле. Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс. Ниһайәт, утыҙ йылдан һуң, Башҡортостанда, тәүге тапҡыр Силәбе өлкәһенең “Арҡайым” дәүләт музей-ҡурсаулығындағы бронза дәүеренә ҡараған 100-ҙән ашыу археологик артефакттар менән Сибай музейында танышырға мөмкин.
Уларҙың йәше — 4 мең йылдан ашыу.


Вернуться назад