Ах, был мөхәббәт! Ах, был ҡатын-ҡыҙ. Һөйгәне менән бергә булыу өсөн ниндәй генә аҙымға бармай.
Мәскәүҙә йәшәгән 29 йәшлек Алина социаль селтәрҙә төрөк егете менән таныша. Үҙен бер ҙә күрмәгән иргә ҡыҙ үлеп ҡашиҡ була һәм, бәхеткә күрә, тиҙҙән Имин тип танытҡан Төркиә уҙаманы уға тәҡдим яһай. Шулай ҙа бай бабаһы уға тик бай нәҫел менән ҡоҙалашырға рөхсәт итүен белдерә.
Нисек инде килеп кергән бәхетте ҡулыңдан ысҡындыраһың! Алина йәһәт кенә банктан бер миллион һум кредит алып, һөйгәне ебәргән таксистың ҡулына тоттора. Әммә ҡыҙҙың хыялы тиҙҙән һабын ҡыуығындай шартлап юҡҡа сыға — төрөк егете эҙен юғалта. Шулай итеп, кейәүгә сығам тип муйындан бурысҡа батҡан Алина хәҙер кредит түләй.