Робот-футболисты күргәнегеҙ бармы? Юҡ икән, Хәйбуллаға килегеҙ!23.12.2018
Хәйбулла районының мәктәпкәсә йәштәге һәм белем биреү учреждениелары буласаҡ йәш инженерҙарҙы тәрбиәләү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара. Балалар баҡсаларынан алып һәр мәктәптә тиерлек “Робототехника”, “Йәш конструктор” түңәрәктәре эшләй.

Бүребай урта мәктәбе ошо көндәрҙә балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙең тәүге тапҡыр техник ижад фестивален ҡабул итте. Унда барлығы дүрт райондан килгән йәш инженерҙар ҡатнашты. Фестивалдә “Робототехника” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, күргәҙмә ойошторҙо. Уҡыусылар үҙҙәре эшләгән роботтарҙың тәғәйенләнеше менән таныштырҙы. Мәҫәлән, робот-эт, робот-футболист һәм башҡалар балаларҙы үҙенә йәлеп итте.

Райондың мәғариф бүлеге методисы Зәбирә Бикбаева әйтеүенсә, фестиваль ике йүнәлештә үткән. Беренсеһе — конструктрлау, икенсеһе — робототехника. “Беҙ быларҙың икеһен дә пропогандалайбыҙ, киләсәктә балалар баҡсаларында ла был йүнәлеш төп уйын эшмәкәрлеген алып торасаҡ”, — ти ул.



Вернуться назад