Ҡабан йылы хакимлыҡты ҡулына алыу менән Көйөргәҙе районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса “Торлаҡ” операцияһы башланасаҡ.
Бындай киң ҡоласлы эште башлауға нимә этәргес булыуын күптәр аңлайҙыр. Быйыл район биләмәһендә 28 ут сығыу осрағының 16-һында аҙбар-ҡура зыян күрҙе, өйҙәрҙәге һигеҙ янғын ваҡытында бер кеше һәләк булды, ике кеше йәрәхәтләнде. Операция барышында шәхси хужалыҡтарҙа электр приборҙарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлеше тикшереләсәк. Электр энергияһына бурыстары булған өсөн утһыҙ ҡалдырылған йорттар контролгә алынасаҡ.