Пермь крайының Соликамск ҡалаһында ғәҙәттән тыш ваҡиға — ”Уралкалий” компанияһының шахтаһында янғын сығыу сәбәпле туғыҙ кеше һәләк булған. Ут эсендә ҡалған шахтерҙар араһында Башҡортостандан да өс егет бар.
"Беҙ Пермь крайы губернаторы менән бәйләнештә торабыҙ. Нимә генә булһа ла, зыян күреүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әҙербеҙ", — тигән республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.