Яңы йылды — яңы йортта22.12.2018
Әбйәлил районында ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалғандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Ошоға тиклем районда барлығы 89 етем фатирлы булыу бәхетен татыһа, Яңы йыл байрамы алдынан йәнә ете кешегә фатир асҡыстары тапшырылды.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов белдереүенсә, киләсәктә лә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалыусыларға фатир биреләсәк, быйыл ғына 15 йәш ҡыҙ һәм егет йортло булыу ҡыуанысын кисергән. Уларҙың күбеһе эшләп йөрөй, араларында студенттар ҙа бар. Иң мөһиме — үҙ “ҡыйыҡ”тарының булыуы. Ә артабанғы тормоштары уларҙың үҙҙәренең ҡулында.


Вернуться назад