Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ22.12.2018
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы йылында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Был хаҡта ул “Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡоролтайҙарының яңы тенденциялары һәм үҫеше” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүҙә белдерҙе. Әлеге сарала Һамар, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең, Татарстан Республикаһының, ХМАО, ЯНАО, Екатеринбург, Һамар, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларының башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

– Республиканың 100 йыллығы – бик мөһим дата, юбилейҙы билдәләү тураһында Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан махсус Указ сығарылды. Шуға күрә милли йыйынды бер йыл алда – Башҡортостан өсөн иҫтәлекле 2019 йылда уҙғарыу маҡсатҡа ярашлы булыр тип уйлайым. Уны киң даирәлә, тантаналы шарттарҙа ойоштороу күҙаллана. Саралар баш ҡалабыҙ Өфөлә генә түгел, республикабыҙ райондарында ла ойошторолһа, тағы яҡшыраҡ булыр ине, – тине ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе.


“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар был тәҡдимде хуплап ҡаршы. Йыйынды үткәреү ваҡытын Башҡарма комитет билдәләйәсәк.


Вернуться назад