Батырыбыҙҙы онотмауҙары ҡыуандыра25.05.2012
Эстонияла йыл һайын Палдиски ҡалаһы көнөнә тура килтереп башҡорт һабантуйы ойошторола. Быйыл ул, «Балтик буйы йәштәре һабантуйы» тип исемләнеп, 14 июлдә үтәсәк. Байрамға Латвиянан, Финляндиянан, Башҡортостандан ҡунаҡтар саҡырылған. Быйыл мартта Эстония башҡорттарының «Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы менән Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты етәкселәре беҙҙәге һабантуйға республиканан башҡорт сәхнә оҫталарын саҡырыу тураһында килешкәйне.
Бынан тыш, яҙ һәм көҙ һайын урындағы ваҡ милләттәр ассоциацияһы тарафынан милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре өсөн Эстония буйлап экскурсия уҙғарыла. Яңыраҡ бындағы башҡорттар «Ағиҙел» ойошмаһының ярҙамы менән Палдискиға сәфәр ҡылды. Был ҡала Эстониялағы милләттәштәребеҙ өсөн изге урынға әйләнгән, сөнки милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың яуҙан һуңғы ғүмере тап ошонда тотҡонлоҡта үткәнлеге билдәле. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ иҫтәлегенә хәҙер ҡалала һәйкәл ҡуйылған, Палдиски музейҙарындағы экспонаттарҙың күпселеге лә башҡорт халҡының бөйөк улы хаҡында изге хәтирәләр һаҡлай.
Сәфәр барышында Салауат батырҙың һәйкәле янына килеп туҡтағас, Башҡортостандан килгән Регина исемле студент ҡыҙ тубыҡланып ултырҙы ла бөйөк милләттәшебеҙҙең рухына бағышлап сүрәләр уҡырға кереште, тип һөйләй «Ағиҙел» ойошмаһы ағзаһы Анна Байдуллина. Ҡунаҡ ҡыҙ китаптан уҡып ҡына белгән, милли батырыбыҙҙың һуңғы төйәге булған Палдискиҙы күрергә бала саҡтан уҡ хыялланған икән. Ғөмүмән, башҡорттар ҡалаға сәфәрҙән һәр саҡ бай тәьҫорат алып ҡайта.
Күптән түгел Эстонияға Башҡортостандан тағы бер делегация килеп киткәйне, улар ҙа Палдиски менән айырыуса ҡыҙыҡһынды. Беҙҙе, бында төпләнгән башҡорттарҙы, Салауат Юлаевты онотмауҙары, уның менән бәйле урындарҙы ҡәҙерләүҙәре сикһеҙ ҡыуандыра. Киләсәктә лә батыр рухына бағышлап доға ҡылырҙар, һәйкәле алдына сәскә һалыусылар кәмемәҫ, тип ышанабыҙ.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА.
Эстония.


Вернуться назад