Кемдеке яҡшыраҡ?22.12.2018
Биләмәңде, йорт алдарын, Яңы йыл байрамына әҙерләнеңме? Байрам кәйефен күтәрерлекме һалған хеҙмәтең?

Шаран районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәре араһында фасадтарҙы биҙәү буйынса ойошторолған смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

I урын эшҡыуар Д. Ғәлимовҡа бирелде, II урынды эшҡыуар Н. Дәүләтова менән “Ихлас” йәмғиәте бүлеште. Ғөмүмән, район эшҡыуарҙарының береһе лә мауыҡтырғыс эштән ситтә ҡалманы. Уларҙың барыһына ла финанс тотороҡлоғо, яңы мөмкинлектәр насип итһен.


Вернуться назад