Яңы йыл – көтөп алынған байрам. Был тамашаны һәр кем үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итеп үткәрергә тырыша. Бәғзе берәүҙәр тағы ла иҫтәлеклерәк итеп ойоштороу өсөн сәхнә йондоҙҙарын саҡыра.
Башҡорт һәм татар эстрадаһында былтыр иң ҡыйбаты Салауат Фәтхетдинов булһа, быйыл – Радик Юлъяҡшин. Яңы йыл корпоративында "бурундук" менән бергә күңел асыу бер миллион һумға төшәсәк.
Салауат Фәтхетдинов икенсе баҫҡыста, бер сәғәт тамаша 250 – 300 мең һум тирәһе.