Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында әллә нисә тапҡыр һыу ҡыуҙырыу башняһы насосы менән көтөлмәгән хәлдәр булып торҙо.
Яңы йыл алдынан тағы ла күңелһеҙ ваҡиға — насос янып сыҡты! Халыҡты оҙаҡҡа һыуһыҙ ҡалдырмау өсөн уны Екатеринбургтан һатып алып килтерергә булдылар. Ермолаевка ауыл советы бюджетынан 53 мең һум аҡса бүленде. Урындағы кешеләр ҙә насосты тиҙерәк урынлаштырып, халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн әүҙемлек күрһәтте.