Коммерцияға ҡарамаған “Роскачество” ойошмаһы балалар уйынсыҡтарын хәүефһеҙлеккә тикшерҙе: һаулыҡҡа зарар килтереү ихтималлығын, еҫен, тышҡы йөҙөн, етешһеҙлектәрен, деталдәрҙең ярашлығын, еңеллеген энә күҙәүенән үткәрҙе.
Рәсәй, Ҡытай, Италия, Дания, Германия илдәрендә етештерелгән 20 сауҙа маркаһы конструкторҙары сифатҡа һынау үтте. Һөҙөмтә ата-әсәләрҙе ҡыуандырыр тип уйлайбыҙ. Яңы йылға балаларығыҙҙы һөйөндөрөп, конструкторҙар бүләк итә алаһығыҙ. Тикшеренеү үткән өлгөләр араһында сифатһыҙ йәки хәүефле уйынсыҡ табылмаған.
Йыш ҡына беҙ Ҡытайҙа етештерелгән пластик уйынсыҡтарға һағайып ҡарайбыҙ. Был юлы эксперттар конструкторҙарҙы кадмий, ҡурғаш, мышьяҡ, терегөмөш, хром, барий кеүек элементтарҙың барлығын да тикшерҙе. Бөтә уйынсыҡтар ҙа хәүефһеҙ тип табылды. Бер генә етешһеҙлек бар: маркировка талаптары үтәлмәй, етештереү датаһы һәм изделиены әҙерләүсе завод күрһәтелмәгән.