Шәп ғаиләләр күп!21.12.2018
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова “Йыл ғаиләһе – 2018” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәр менән осрашты.

Ил кимәлендәге бәйгелә “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында еңеүсе Исхаковтар ғаиләһе (Учалы районынан) ноябрҙә Мәскәүгә барып, наградаларын алып ҡайтҡайны.

Төбәк этабында Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Краснокама райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре еңгән. Телгә алынған барлыҡ ғаиләләр ҙә маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.


Вернуться назад