Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата21.12.2018
Республикабыҙҙың төп шыршы байрамына 780 бала саҡырылғайны. Уларҙы республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова һәм Мәғариф министры Айбулат Хажин ҡотланы.

Шыршы байрамында алдынғы уҡыусылар, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, төрлө фестиваль лауреаттары ҡатнашты. Улар шаян клоундар менән уйнаны, шыршы тирәләй флешмоб уҙғарҙы, 3Д проекция, “Яңы йыл киреһенсә” тип аталған мультимедиялы шоу ҡараны.

– Башлығыбыҙ Радий Хәбировтың һеҙҙең менән бик осрашҡыһы килә ине, тик мөһим эштәре килеп сығыу сәбәпле, килә алманы. Ул һеҙгә сәләмәтлек теләне, матур уҡыһындар, күңелле, ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәһендәр, тине. Беҙ өлкәндәр быны тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип уның сәләмен Ленара Иванова еткерҙе.





Вернуться назад