15 йәшлек бала өсөнсө ҡаттан ҡолаған...21.12.2018
Бөгөн баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан 20-се башҡорт гимназияһында ғәҙәттән тыш хәл булған. Көндөҙ сәғәт 12-ләр тирәһендә өсөнсө ҡаттан 15 йәшлек бала ҡолап төшкән.

Мәктәпкә шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡыртҡандар. Баланы ҡала дауаханаларының береһенә алып киткәндәр. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралағынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусы иҫән ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлана.




Вернуться назад