Һеҙҙең менән бәйләнеш — беҙҙең йәшәйеш шарты24.05.2012
Һеҙҙең менән бәйләнеш — беҙҙең йәшәйеш шартыГәзитте профессионалдар эшләргә тейеш тиһәләр ҙә, бер генә баҫма ла үҙ уҡыусыларынан килгән хат-хәбәрһеҙ йәшәй алмай. Һәр килгән затҡа беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, ҡыҙыҡһыныу менән бағабыҙ: ниндәй яңылыҡ бар, гәзиткә яҙырға мәжбүр иткән ниндәй проблема борсой уны, нимәләр эшләргә йәки үҙгәртергә тәҡдим итә... Һәр хатта — тормош һулышы. Урындағы хәл-ваҡиғаларҙы ла ошо хат авторы, һис һүҙһеҙ, Өфөлә ултырған журналистан яҡшыраҡ белә. Редакциянан теләгән көндә теләгән йүнәлештә сығып китеү форсаты ла юҡ шул.
Сәйәси тормошта, иҡтисади шөғөлдә, үҙ хоҡуҡтарын даулауҙа халыҡ әүҙемме? Беҙгә ҡалһа, күпселек кеше: “Юҡ, әүҙем түгел әле...”— тип яуап бирәсәк. Ә нимә көтәбеҙ? Һеҙҙең хаттар, гәзиттең Интернеттағы сайтына яҙған аңлатмалар һәм тәҡдимдәр, гәзит һәм журналдарҙы алдырып уҡып барыу әүҙемлеккә ынтылыш бар икәнен дәлилләй, был ынтылыштың көсәйәсәгенә өмөт уята.
Шулай итеп, бөгөнгө һан — гәзит уҡыусыларҙыҡы.
Мөхәрририәт.


Вернуться назад