Тормоштоң тәме ниҙә?21.12.2018
Кеше донъяға килгән икән, боҫоп ятмайынса, лайыҡлы йәшәргә, дөрөҫ юлдан барырға ынтылырға тейеш. Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек.

Ике кеше тормош тураһында һүҙ ҡуҙғата.
– Бынан һуң мин Хәрәм мәсете эргәһендә генә көн итәсәкмен, – тип белдерә береһе. – Ошонда рәхәтләнеп йоҡлармын, тыныс йәшәрмен. Кеше араһында бит көн дә ҡурҡыныс тыуып ҡына тора. Борсолаһың, хәүефләнә­һең, янып-көйәһең, йүгерәһең... Шундай ғауғанан ҡасып, тормоштоң тәмен татып ҡалғым килә.

– Эй, дуҫым! – ти икенсеһе. – Хәүеф-хәтәр бит һиндәге ихтыяр көсөн, ауырлыҡтарға ҡаршы тора алыуыңды һы­нау өсөн бирелә. Тормоштоң тәмен татығың килһә, кире­һенсә, янып йәшә, саҡматаш һымаҡ осҡон сәсеп тор!



Вернуться назад