“Раббыбыҙ беҙгә бүләк итеп биргән ике нәмә бар, улар – тән сәләмәтлеге һәм ваҡыт”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ. Имам Хәсән Әл-Басриҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Таң атып, көн башланған һайын беҙгә ваҡыт фәрештәһе: “Эй әҙәм балаһы! Һәр иртә мин ваҡыт тураһында геүаһлыҡ биреп торам. Мине тейешенсә файҙалана бел. Әгәр үтеп китһәм, Ҡиәмәт көнөнә тиклем әйләнеп ҡайтмам”, – тип әйтер”.
Донъя эштәре менән ғибәҙәт бер-береһенә ҡамасауламай, киреһенсә, тулыландырып тора. Әҙәмгә йәшәү, мал табыу, йән тыныслығы, Аллаһ рәхмәтендә булыу өсөн тырышлыҡ һәм доға кәрәк. “Эй Раббым! Хәсрәт-көйөнөстән, хәлһеҙлектән, ялҡаулыҡтан яҡлау эҙләп Һиңә һыйынам. Үҙең һаҡла!” – тип доға ҡылыр булған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.