Йома мосолмандарҙың төш ваҡытында мәсеткә йыйылып намаҙ уҡыуы, хөтбә, вәғәз тыңлауы менән билдәләнә.
“Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йома Аллаһты иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ, һатыу итеүҙе ҡуйып тороғоҙ. Белегеҙ: был һеҙгә яҡшыраҡ. Ғәмәл үтәлгәс, Ер йөҙөнә таралығыҙ һәм Аллаһтың йомартлығын эҙләгеҙ. Раббыбыҙҙы йыш иҫкә алығыҙ...” – тиелә “Йыйылыш” сүрәһендә.
Йома өҫтәмә намаҙҙарға, теләктәргә арнала. Был көндә эшләргә ярамай тигән һүҙҙәр дөрөҫ түгел: мосолман өсөн ял юҡ, ул дини ғәмәлдәрҙән тыш ваҡытын хеҙмәттә үткәрергә тейеш.