“Мин!” тигәнде юл яратмай21.12.2018
Юл ҡағиҙәләрен боҙоу, шул сәбәпле кешеләр ғүмере өҙөлөүе хаҡында көн дә тиерлек ишетеп, уҡып торабыҙ. Бының төп сәбәптәре һәммәбеҙгә лә билдәле: иғтибарһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ, мин-минлек.

Юлдың тормош көҙгөһө булыуына ҡат-ҡат инанырға тура килә. Унда, йәшәйештәге кеүек, бәғзеләр һәр саҡ алға сығырға тырыша, башҡаларҙы күҙгә элмәй. Бындай тәкәбберлектең, мин-минлектең кире эҙемтәләре хаҡында Исламда күп тапҡыр тәҡрарланған. Насар тойғоларҙы күңелгә яҡынайтырға ярамай, улар үҙеңде генә боҙоп ҡалмай, йәмғиәттең бөтөнлөгөнә зыян килтерә. “Мин” түгел, ә “беҙ” тип йәшәргә өйрәнергә кәрәк, тиелә динебеҙҙә.

Мәғлүм ки, “мин” һүҙен тәүге­ләрҙән булып иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәбберлек күр­һәткән. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм йәмғиәттең, өммәттең бөтөнлөгөн, именлеген һаҡлау өсөн үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәб­берлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тигән ул. Һауаланмай, уртаҡ мәнфәғәтте ҡайғыртып, башҡаларҙы ла уйлап йәшәһәк, юлдарҙа ла, һис шикһеҙ, тәртип нығыныр ине.

Яуаплылыҡ тойғоһона Исламда айырыуса ҙур баһа бирелә. Тормош тотҡаһы булған ирҙең төп һыҙаты ул. Көслө зат яуаплы икән, донъя тыныс, күңел бөтөн. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ” тигән һүҙҙәрҙең раҫлығына ла күптәр үҙ миҫалында инанғандыр. Тормош­тағы кеүек үк, юлда ла “баш” булырға тейешле көслө зат үҙенең генә түгел, автомобилдәге яҡын­дарының, эргә-тирәһендәге халыҡ­тың именлеген ҡайғыртырға, һәр кемдең ғүмере, яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ тойорға бурыслы.

Эйе, ҡалаларҙа тығындар йылдан-йыл көсәйә, ҡағиҙәләргә яңы­лары өҫтәлә, үҙгәрештәр индерелә. Динебеҙ өйрәткәнсә, һәр осраҡта сабыр, түҙемле булыу, белем туплауҙан туҡтамау ҙа юлдары­быҙҙы хәйерле итер, иншаллаһ. “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да онотмаһаҡ, доғаларҙан өҙөлмәһәк ине.


Вернуться назад