Ике заман, ике әсә...21.12.2018
Күптән түгел әсәләренең яуапһыҙлығы сәбәпле өйҙә ҡарауһыҙ ҡалған өс баланың янғында һәләк булғаны хаҡында ишеткәс, ҡапыл өләсәйемдең зар тулы ҡарашы күңелде өтөп үткәндәй тойолдо. Эйе, ғүмер буйы эстән өҙгөләнеп, үҙ-үҙен ғәйепләп йәшәне ул. Һуғыш йылдарында юғалтҡан ике сабыйы өсөн...

Яу башланғанда, егерме йәш­лек сағында, ике бәләкәй бала менән яңғыҙ ҡала ул. Ауылда төп эшсе көсө булараҡ, көнө-төнө колхоз хеҙмәтендә, сабыйҙары иһә – өлкән йәштәге әсәһе тәрбиәһендә. Үҙәктәрҙе өткән аслыҡ, мохтаж­лыҡ, һынау артынан һынау... Бер мәл ауылда тиф ауырыуы тарала. Йәш әсәнең ҡыҙын тартып ала ул, аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшер көс булмай. Икенсе сабый иһә имеп ятҡанында түш менән баҫылып йән бирә. Эштән төнөн арманһыҙ булып арып ҡайтҡан әсә ҡапыл йоҡлап китә лә...

Шул ике сабыйын һаҡлап алып ҡала алмағанына ғүмер буйы үҙен ғәйепләп ыҙа сикте өләсәйем. Бәләкәстәре иҫенә төшкән һайын күҙҙәренән йәш атылып сығыр ҙа, тиҙ генә ситкә китеп, беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, илап алыр ине. Һуғыштан һуң тағы ике балаһы тыуып, хәҙер ейән-ейән­сәрҙәре тулып йөрөһә лә, яу йылдарында йән биргән бәләкәстәрен бер ҡасан да онотманы, йөрәк түрендә һаҡланы.

Ошо яҙмыш менән күптән түгел булған фажиғәлә ғәйепле әсәләр­ҙекен сағыштырып буламы? Бө­гөнгө тыныс, туҡ тормошта баланы үлемгә дусар итеүгә алып барып еткергән моңһоҙлоҡтоң, шул ҡәҙәр яуапһыҙлыҡтың нигеҙе, һис шик­һеҙ, иманһыҙлыҡта, хаҡ юлдан тайпылыуҙа, ҡатын-ҡыҙҙың үҙ асылын юғалтыуында. Аллаһ Тәғәлә бит гүзәл затты ерҙе йәмләп йәшәүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы итеп яралтҡан. Ул балаларын яҡшы ҡарарға, милләткә лайыҡлы алмаш үҫтерергә тейеш. Ә асылынан бөтөнләй ситкә киткән, Раббыбыҙ тарафынан тыйыл­ғанды бар тип тә белмәгән ҡатындан ни көтәһең?

Һәр сабый – Аллаһтан бирелгән оло бүләк. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммә­темдең ҙурлығы менән ғорурла­нырмын”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә. Ул балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан, уйнаған, шаярған. “Бәләкәстәргә бүләк бирегеҙ, уларҙы хәстәрләгеҙ, – тип өйрәткән. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.

Һуғыш ваҡытында көн-төн эштә булып, сабыйҙарын юғалтҡан әсә һәм бөгөнгө тыныс тормошта төнөн күңел асырға сығып китеп, балаларын яныуға дусар иткән ҡатын... Ауырлыҡ һәм еңеллек. Ике заман сағылышы...


Вернуться назад