Ул һәр ваҡыт үҙен киләсәк шағиры тигән. Үҙенән һуң алмашынып килгән һәр быуындың уның ижадын үҙ итеүе – быға дәлил. Рухлы башҡорт йәштәре халыҡ шағирының “Туған тел” шиғырын бигерәк тә ярата.
Ошо көндәрҙә рәссам Олег Кайбышев Рәми Ғариповтың һүрәтенән һәм үрҙә телгә алынған шиғырынан граффити эшләп, Гоголь урамындағы ихаталарҙың береһенә йәм өрҙө. Хәҙер был граффити янында рәхәтләнеп фотоға төшөргә, “Туған тел”де башҡортса ла, русса ла иркенләп уҡырға була.