Бында тыныслыҡтың үҙен ишетергә була...Бөгөн күптәр сәйәхәт өсөн сит илдәрҙе һәм ҡитғаларҙы һайлай, бәғзеләр иһә Рәсәйҙең, республикабыҙҙың хозур тәбиғәтендә ял итеп, көс йыйыуҙы өҫтөн күрә. Ысынлап та, үҙебеҙҙә лә йыл әйләнәһенә ял итер өсөн бына тигән матур урындар етерлек, тау-урмандары, йылға-күлдәре генә лә ни тора, хатта Швейцарияң ары торһон, диңгеҙҙәрең дә кәрәкмәй. Шөкөр, республикабыҙҙа туризм киң үҫешә, төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған туҡталҡаларҙың артыуы ла ялды төрләндерергә мөмкинлек бирә.
Миәкә районы ла иҫ китмәле тәбиғәте менән күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра, был яҡтарҙа ғаилә менән ял итеү урындары бихисап. Илсеғол ауылына яҡын ғына урынлашҡан Нарыҫтауҙағы изге шишмә һәм сәхәбәләр ҡәберлеге тураһында бөгөн илебеҙҙә генә түгел, сит ерҙәрҙә лә ишетеп беләләр. Халыҡ телендә тау янындағы шишмә төрлөсә — Зыяратлы ҡойо, Изге шишмә, Әүлиә шишмәһе, Сәхәбәләр шишмәһе тигән атамалар менән йөрөй. Тап ошо изге урында, Миәкә районында, тыуып үҫкән, әле Өфө ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Раил Ринат улы Исламов “Нарыҫтау” турист комплексының этнографик биләмәһен асыу өсөн күп көс һала. Биләмә, башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи мираҫындағы барлыҡ үҙенсәлектәрҙе үҙ эсенә алып, бер үк ваҡытта уңайлы һәм яҡшы ялдың заманса стандарттарына яуап бирәсәк.
— Туристарҙы, шул иҫәптән сит илдән килгәндәрҙе, башҡорттарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныштырырға уйлайбыҙ. Төбәк һәм Рәсәй туроператорҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереп, яңы эш урындары булдырыу ҡарала. Әйткәндәй, турист комплексына юлламалар ҙа һатыласаҡ. Уларҙың хаҡына тирмәләрҙә, бәләкәй йорттарҙа йәки палаткаларҙа йәшәү, программалар буйынса экскурсиялар, туҡланыу инәсәк, — тине комплекс директоры Раил Исламов.
Етәкселек шулай уҡ һыбай йөрөү, аттарҙы прокатҡа алыу, йәйәүле, атлы йәки ҡатнаш турҙар ойоштороуҙы ла күҙаллай. Республика, район уҡыусылары өсөн экскурсия турҙары ташлама буйынса үткәреләсәк. Мосолман байрамдары осоронда был биләмәләрҙә дин әһелдәре менән берлектә төрлө саралар уҙғарыу планлаштырыла.
Комплексҡа сит ил делегациялары килһә, уларға гид-тәржемәсе хеҙмәте күрһәтеү, шәхси турҙар ойоштороу күҙаллана. Тағы ла федераль һәм республика кимәлендәге спорт ярыштары, көрәш, күмәк мәҙәни саралар үткәреләсәк. Бынан тыш, хозур тәбиғәт ҡосағында Яңы йылды ҡаршылау һәр кемдең хәтерендә матур иҫтәлек булып уйылып ҡаласаҡ. Шулай уҡ тыуған көн, юбилей, туй һәм башҡа ғаилә байрамдарын да тәбиғәттә билдәләү шатлыҡлы ваҡиғаға йәм өҫтәйәсәк.
Әле “Нарыҫтау” турист комплексы төҙөлөшө биш этапта бара. Эш Сергеевка быуаһынан башланды, концессия килешеүе төҙөлгән. Комплекс булған ергә инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелеп, ағастар ултыртылған, тирмәләр ҡуйылған. Туристарға ошонда уҡ тәүге кәрәк-яраҡ, башҡорт сувенирҙары тәҡдим ителә. Тирмә эсендә башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы сағылдырылған күргәҙмә эшләй.
Бында әлегә ун кешегә эш урыны булдырылған. Әлбиттә, комплекс тулы ҡеүәтендә эшләй башлаһа, хеҙмәткәрҙәр һаны 100 кешегә тиклем артасаҡ. Ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Иркен, яҡты ял бүлмәләре, мунса, балалар һәм спорт майҙансыҡтары эшләй. Туристың, тәү сиратта, тамағы туҡ булырға тейеш. Кеше ниндәй генә матурлыҡ донъяһында йөрөмәһен, ниндәй генә тәбиғәт мөғжизәләрен күрмәһен, тамағы ас икән, бар ыңғай тәьҫораттар ҙа юҡҡа сыға, шуға күрә комплекс етәкселеге аш-һыуға ҙур иғтибар бирә. Ашнаҡсылар ҙа аш-һыу туҡлыҡлы, мул һәм барыһының да күңеленә хуш килерлек булһын тип тырыша.
Ял итеү бында әллә ни ҡиммәт түгел, бер кешегә иҫәпләгәндә, йәшәү, иртәнге аш, мунса, төрлө экскурсия программалары менән бер тәүлек ял итеү — 1500 һум тирәһе.
Эштең өсөнсө осоро киләһе йылдың тәүге өс кварталында барасаҡ. Ул быуа эргәһендәге ерҙе рәсмиләштереүҙе, биләмәне ҡоймалауҙы, мәсет эргәһендәге яр буйында ял йорттары, хакимиәт биналары һалыуҙы, реклама материалдарын интернет селтәрендә таратыуҙы, күсмә экскурсиялар ойоштороуҙы, ағас ултыртыуҙы, өҫтәмә кафелар, балалар ҡаласығы төҙөүҙе, уҡыусылар өсөн атлы экскурсиялар ойоштороуҙы, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереүҙе, спорт балыҡсылығын һәм балыҡ үрсетеүҙе үҙ эсенә ала. Был күләмле эштәргә 60 миллион һум аҡса тотоноласаҡ, тип күҙаллай етәкселек.
Дүртенсе этап иһә 2019 йылдың һуңғы кварталында башланып, 2020 йылдың өс кварталында дауам итәсәк. Был осорҙа Сергеевка быуаһы буйында хакимиәт, торлаҡ корпустары төҙөү, һунарсылыҡ ерҙәрен үҙләштереү, тау битләүен ҡышҡы спорт төрҙәре (тюбинг, тау саңғыһы һ.б.) өсөн йыһазландырыу, урмандарҙа канат юлы асыу, сит ил туроператорҙары менән килешеүҙәр төҙөү, ойошмалар өсөн корпоратив турҙар, милли музыка кисәләре, һабантуйҙар ойоштороу күҙаллана. Был осорҙа 60 миллион һумды үҙләштереү планлаштырыла.
Бишенсе этабы 2028 йылға тиклем дауам итеп, һигеҙ йылда республика балалар лагеры, һауыҡтырыу үҙәге сафҡа инәсәк, райондағы башҡа мөһим объекттар төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатҡа 400 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы — 600 миллион һум самаһы.
Шуныһы мөһим: “Нарыҫтау” турист комплексы Башҡортостандың экологик яҡтан таҙа төбәгендә урынлашҡан. Бында тыуған яҡ тарихына ҡағылырға, мосолман диненең рухи ҡиммәттәренә яҡынайырға, башҡорт халҡының рухи көсөн тойорға, теләк теләргә, йән-тән сихәте алырға мөмкин. Уға саф һауаны, тынлыҡты, ҡунаҡсыллыҡты, изге күңеллелекте лә ҡушһаң, тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн иң яҡшы урын килеп сыға. Бында һулыштар киңәйеп китә, йөрәк тыныслана, күңелдә аңлатып булмаҫлыҡ һиллек тыуа, бар мәшәҡәттәр онотола. Ҡала шау-шыуынан арығандар бигерәк ҡәнәғәт буласаҡ, сөнки бында тыныслыҡтың үҙен ишетергә була. Нарыҫтау бейеклегенән һоҡланғыс тәбиғәт асыла: сикһеҙ киңлектәр, алыҫ офоҡ, күктә йөҙгән аҡ болоттар... Ә Нарыҫтау итәгендәге изге шишмә үткәндәр менән бөгөнгө араһындағы йәнле бәйләнеште кәүҙәләндерә, Миәкә тәбиғәтенең йәшәү көсө менән һуғара.